Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2018 » Февраль » 9 » Район делегацияһы «Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан!» фестиваль-марафонына старт бирҙе.
10:21
Район делегацияһы «Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан!» фестиваль-марафонына старт бирҙе.

    Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышланған байрам саралары араһында «Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан!» фестиваль-марафоны төп урындарҙың береһен биләй. Фестивалдең маҡсаты – республикала берҙәм ижтимағи-мәҙәни мөхит булдырыу, район һәм ҡалаларҙың һәләтле башҡарыусылары һәм үҙешмәкәр коллективтары ижадын халыҡ араһында пропагандалау,   йәш быуынды илһөйәрлек тойғоһонда тәрбиәләү. Форум Башҡортостан Республикаһының ҙур тарихи һәм мәҙәни потенциалға эйә регион булараҡ имиджын нығытыуға, республика ҡоролошоноң башында торған билдәле ижтимағи-сәйәси эшмәкәрҙәрҙең исемдәрен тергеҙеүгә йүнәлтелгән, райондарҙың ҡаҙаныштарын сағылдырыу һәм 2020 йылда Башҡортостанда уҙасаҡ Бөтө донъя Фолклораидаһына эҙмә-эҙлекле әҙерлек.

    Был мәртәбәле сараға старт биреү Хәйбулла районына ышанып тапшырылды. Марафон сиктәрендә тамашаға килеүсе яҡташтарыбыҙға һәм башҡа ҡунаҡтарға муниципалитеттың мәғариф, мәҙәниәт, ауыл хужалығы һәм сәнәғәт өлкәһенең тарихын, бөгөнгөһөн сағылдырған һәм киләсәген күҙаллаған бай йөкмәткеле күргәҙмә тәҡдим ителде. Ошонда уҡ улар Республикабыҙға нигеҙ һалыҙа, артабан үҫтереүҙә ҙур урын тотҡан тарихи шәхестәр, район сиктәрендә йәшәүсе башҡорт ырыуҙарының рухи-иҡтисади тормошо тураһында дөйөм мәғлүмәт менән таныша алды.

     Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт Дәүләт филармонияһының ҙур залы фойеһында ойошторолған күргәҙмәлә тамашасыларға уҡыусыларға электрон белем биреү, беренсе Аҡъяр һәм Йәнтеш ауылы мәктәптәрендә эшмәкәрлек  йәйелдереүсе  «Уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү мәктәптәрендә уҡыусыларҙың информацион-коммуникатив компетентлыҡтарын формалаштырыу» Республика селтәр майҙансығы, профилле лагерҙарҙа уҡыусыларҙың йәйге ялын ойштороу, районыбыҙҙың тәбиғәт һәйкәлдәренең макеттары, мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының, Рәсәй кимәлендә еңеүсе булған радиотехника түңәрәгендә шөғөлләнеүсе уҡыусылар эшмәкәрлеге тәҡдим ителде.

   Фестиваль-марафондың икенсе өлөшөндә бай йөкмәткеле концерт ҡарап, тамашасылар Хәйбулла еренең таланттарға ифрат бай булыуына тағы ла бер тапҡыр инандылар. Һәүәҫкәр һәм үҙешмәкәр артистарҙың, коллективтарҙың сығыштары район етәкселеге тарафынан ойошторолған төрлө өлкәлә дан ҡаҙанған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә ойошторолған гранттар тапшырыу менән үрелеп барҙы. Байрамда Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Ә.И. Шафиҡова, Бөтө Донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ә.М. Ишемғолов һәм башҡа абруйлы вәкилдәрҙең ҡатнашыуы сараға оло мәртәбә өҫтәне. Тамаша аҙағында район администрацияһы башлығы Р.Х.Ибраһимов фестиваль-марафондың күсмә штандартын Әлшәй районы делегацияһына тапшырҙы.

Просмотров: 296 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: