Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2019 » Декабрь » 4 » “Әкиәт иле”ндә ҡунаҡта
09:37
“Әкиәт иле”ндә ҡунаҡта

“Бәпембә” балалар баҡсаһы “Һаумы, Һаумы, Әкиәт!” башҡорт халыҡ әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләү буйынса муниципаль кимәлдәге бәйгегә районыбыҙҙың барлыҡ мәктәпкәсә йәштәге ойошмаларын ҡабул итте. Әкиәт һөйләү бәйгеһенә район балалар баҡсаларының сәсән телле тәрбиәләнеүселәрҙең иң-иңдәре йыйылғайны. Майҙан хужалары педагогтары тарафынан әҙерләнеп,балалар сәхнәләштергән күренеш аша бәйгегә килеүсе барлыҡ кескәйҙәрҙе әкиәт йомғағы сихри, тылсымлы “Әкиәт иле”нә алып барҙы.  Ә был илдә уларҙы һүҙ оҫталығы, һүҙ маһирлығы буйынса бәйге көтә ине.

Байрамға районыбыҙҙың Аҡъяр, Татыр-Үҙәк, Мәмбәт, Иләс, Буребай, Вәлит, Подольск, Һамар, Йәнтеш, Ҙур Әбеш, Сәғит, Садовый, Маҡан, Әбүбәкер, Өфө ауылдарының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларынан 25 әкиәт һөйләүселәр килде. Сихри әкиәттәр тыңларға ата-әсәләр, өләсәйҙәр, ҡунаҡтар йыйылды. Жюри һәм тамашысыларға бәләкәстәр «Кем көслө», «Ҡурайсы», «Алдар батыр», «Төлкө менән ҡуян» һәм башҡа халыҡ әкиәттәрен тәҡдим иттеләр. Кескәй әкиәтселәребеҙҙең һәр сығышын жюри ағзалары ике төркөмгә айырып баһаланы:2-4 йәшлектәр араһынанБайғужина Дания “Ай ҡыҙы Зөһрә” (Аҡъяр ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһы, етәксеһе Йәмилә Фәтих ҡыҙы Хәйбуллина), ә5-7 йәшлектәр араһынан Бикбова Гөлмирә “Иң ҡәҙерле аҡса” (Аҡъяр ауылының “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы, етәксеһе Әлфиә Фанияз ҡыҙы Баймырҙина) башҡорт халыҡ әкиәттәрен оҫта итеп һөйләп, Гран-при яуланылар. Еңеүсе балаларға һәм призлы урын яулаусыларға маҡтау грамоталары һәм бүләккә сертификаттар тапшырылды. Ә әкиәт бәйгеһендә  әүҙем ҡатнашыусыларға грамоталар бирелде.

Мәғәриф идаралығының мәктәпкәсә белем биреү  методисы Айгөл Рәжәп ҡыҙы Моталова, кескәйҙәрҙе тәбрикләгәндә бәйгелә ҡатнашыусыларға һәм уларға ата-бабаларыбыҙҙың рухи ҡиммәттәре булған әкиәттәрҙе оҫта итеп һөйләргә өйрәтеүсе барлыҡ етәкселәренә рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, артабан да халыҡ ижады ынйыһы булған әкиәттәрҙеҡәҙерләп һаҡлап,йәш быуынды тәрбиәләү эшендә киң ҡулланғанда, милли мираҫтарҙың йәшәйәсәгенә баҫым яһаны.  

Кескәйҙәрҙең телмәрҙәрен, һүҙ байлыҡтарын, импровизаторлыҡ таланттарын үҫтереү, йәш сәсәндәр мәктәбен тергеҙеү, телмәр, фекер мәҙәнилеген камиллаштырыуға арналған бәйгенән бөтәһе лә бик ҡәнәғәт булып, ойоштороусыларға рәхмәттәр әйтеп таралышты.

 

Просмотров: 42 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: