Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2018 » Июнь » 20 » “Хәйбулланың аҙ билдәле урындары” эстафетаһы дауам итә
15:20
“Хәйбулланың аҙ билдәле урындары” эстафетаһы дауам итә

Ғәлиәхмәт башланғыс мәктәбе  эргәһендәге көндөҙгө лагерҙа ял итеүсе балалар “Хәйбулланың аҙ билдәле урындары” эстафетаһы сиктәрендә"Ташый" ҡаяһына һәм Күк артыш ағасына экскурсияға барҙылар. Ул Хәйбулла районы Урыҫбай ауылы эргәһендә урынлашҡан. Эргәһендә генә Йылайыр йылғаһы ағып ята. Тауҙың башында Күк артыш үҫә, ағастың олоно ергә ятып ҙур бер ҡыуыш хасил иткән.  Һуңынан балалар  "Ташый ҡаяһына" барҙы. Был ҡая ауыҙын асып торған  арыҫландың башын хәтерләтә. Уның легендаһы ла бар, элек ошо ҡаяла ҡаҙаҡ кешеһе йәшенгән булған, шунан ҡалған да инде уның исеме "Таш өй(Ташый)" тигән. Был урын ауыл халҡының да, килгән ҡунаҡтарҙың да яратҡан урыны тип һанала.

Просмотров: 319 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: