Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2018 » Октябрь » 10 » Йәш әкиәтселәр бәйгеһе
14:32
Йәш әкиәтселәр бәйгеһе

Балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләү буйынса  муниципаль бәйге үтте.  Йыл да үткәрелеп килгән «Һаумы, һаумы, Әкиәт!» бәйгеһе быйыл 17 баланы Татыр Үҙәк балалар баҡсаһына йыйҙы. Халыҡтың мәҙәни һәм тарихи ҡомартҡыһы – әкиәттәргә ҡыҙыҡһыныу, уларҙы быуындан – быуынға күсереү, һаҡлау маҡсатында үткәрелгән был сара кескәйҙәрҙең тыуған телендә телмәрен

Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы баһалама ағзалары ике категорияла баһаланылар:

- белем һәм тәрбиә биреү рус телендә  алып барылған балалар баҡсалары (ҡатнашыусылар - Татыр Уҙәк, Яңы Ергән, Садовый, Антинган, Федоровка, Сиҙәм, Акъяр, Макан, Ивановка ауылдары баҡсалары)  тәрбиәләнеүселәре,

- белем һәм тәрбиә биреү башҡорт  телендә  алып барылған балалар баҡсалары (ҡатнашыусылар - Акъяр, Макан, Ивановка, Бүребай, Вәлит, Әбүбәкер, Иҫәнгилде, Быҙаулыҡ ауылдары баҡсалары)  тәрбиәләнеүселәре.

Бәйге һөҙөмтәләре буйынса  ике категорияла ла еңеүселәр Аҡъяр ауылы “Йәйғор” баланы үҫтереү үҙәге тәрбиәләнеүселәре. 1 – се урынға Аҡъяр ауылы «Шатлык», 2-се урындарға - Бүребай ауылының «Солнышко», Сиҙәм ауылының «Гөлдәр», 3 – сө урындарға Маҡан ауылының «Миләшкәй», Әбүбәкер ауылының «Сулпылар» балалар баҡсаларының тәрбиәләнеүселәре лайыҡ булды. 

Ҡатнашыусылырҙың барыһына ла муниципаль ҡаҙна учреждениеһы Мәғариф идаралығының иҫтәлекле бүләктәре һәм дипломдары, еңеүселәргә – Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Просмотров: 346 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: