Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2019 » Июнь » 20 » Йәйләүҙәрҙә – туғай, туғайҙарҙа…..- балалар!
12:29
Йәйләүҙәрҙә – туғай, туғайҙарҙа…..- балалар!

Балаларға өҫтәмә белем биреү, башҡорт һәм инглиз телен берләштереү, рухи һәм физик сәләмәтлектәрен нығытыу йүнәлешендә эшләүсе “Йәйләү” һәм “Айтишники” профилле лагерҙарын асыу тантанаһы уҙҙы. Сарала мәғариф идаралығы методистары, лагерҙың үҙ йүнәлештәре буйынса координаторҙары В.Ф.Маннанова һәм Ғ.Ғ.Бикбаев ҡатнашты.

“Йәйләү” отрядында ял итеүселәр Үҫәргән ырыуы исеме аҫтында тупланған. Был шартлы рәүештә булһа ла, балалар ырыу тарихын, шәхестәрен, боронғо шөғөлөн өйрәнеп, дөйөм халыҡтың рухи һәм матди ҡиммәттәрен өйрәнәләр.

Төп маҡсат – туған телдә телмәр байлығын үҫтереү, башҡорт һәм инглиз теленән үткәреләсәк олимпиадаларға, төрлө ижади конкурстарға ныҡлы әҙерлек, лагерҙың эш программаһына ярашлы фәнни эҙләнеү эш проекттары төҙөү, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын, йолаларын, балалар уйындарын, ижадын, спорт төрҙәрен өйрәнеү, музыка ҡоралдарында уйнап өйрәнеү, боронғо шифалы ризыҡтарҙы әҙерләү серҙәренә төшөнөү, ырыу легендаларын өйрәнеү, халҡыбыҙ шәхестәре, сәнғәт әһелдәре менән танышыу.

Быйылғы “Йәйләү”ҙең үҙенсәлеге:

а)  аралашыу башҡорт һәм инглиз телдәрендә ҡатнаш алып барыла;

б) эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе булараҡ эҙләнеү эше проекттары төҙөү;

б)  һәр бала бөтөн тәрбиәүи сараларҙа ла мотлаҡ ҡатнашырға тейеш.

Лагерҙа Сиҙәм, 1-се һанлы Аҡъяр, Подольск урта мәктәптәренән тәжрибәле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Фәйзулина Р.Ә., Ишбулатова Г.И., һәм Дәүләтбирҙина Г.М. эшләй.

Әйҙәүселәребеҙ балаларға төрлө йырҙар, бейеүҙәр, уйындар өйрәтәләр.

Просмотров: 329 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: