Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2018 » Июль » 3 » «Йәйләү» профилле лагерь
07:35
«Йәйләү» профилле лагерь

   «Йәйләү» талантлы балаларға өҫтәмә белем биреү, рухи һәм физик сәләмәтлектәрен нығытыу йүнәлешендә эшләүсе профилле лагерь. Был уҡыусылар филолог һәм журналист булыу теләге менән яналар.  

   «Йәйләү» профилле лагерь 14 йыл эшләй. Быйыл 17 июндән  30 июнгә тиклем алдан төҙөлгән һәм раҫланған программа буйынса эшләне.

     Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле уҡытыусылары билдәләнгән көндәрҙә дәрес темалары буйынса уҡыусыларҙы  олимпиадаға, фәнни-ғәмәли конференцияларға әҙерләнеләр, журналистика серҙәренә өйрәттеләр.

   Программала ҡаралған кластан тыш саралар уҡыусылар өсөн файҙалы булды. Ҙур Әбештең «Ағинәйҙәр»е менән осраштыҡ. Йола күрһәттеләр, дауалы, шифалы дарыу үләндәре менән таныштырҙылар. 22 июнь  митингыға  Сурин Фазылйән Айса улы һуғыш йылдары хәтирәләре менән уртаҡлашты. 23  июнь  Һабантуй байрамы. 24 июнь Йәйләү балалары  Ҙур Әбеш ауылында йәшәгән  Лилиә инәй Әбделмәноваға ҡорот эшләү серҙәрен төшөнөргә, ҡул эштәре оҫтаһы Аҡсәскә апай Әбделмәноваға барҙыҡ. 25  июнь "Йәйләү" лагерына ауыл муллаһы, тарихсы, Дамир олатай Исмәғилевты осрашыуға саҡырҙыҡ. Ул ауыл, ауылды уратып аған тау, һыу, урман тарихтарын һөйләне.Олатай тағы ла М. Аҡмулланың нәсихәттәрен яттан уҡып ишеттерҙе. Ә аят уҡыуы беҙҙең күңелебеҙҙе йомшартты, еңеләйтте. Осрашыуҙың икенсе өлөшөндә ырыуҙар араһында "Бер тигәс тә ни яман" , "Бер тигәс тә ни яҡшы" тигән сәсәндәр әйтеше ярышы үткәрелде.

   Беҙ Әбеш ауылында йәшәгән Ғәлиә инәй Ибраһимоваға осрашыуға барҙыҡ.. Ғәлиә инәй, беҙгә мөнәжәт һәм  үҙенең ижад иткән шиғырҙарын уҡып күрһәтте. Уға 91 йәш. Шуға күрә беҙ уға ярҙам итергә булдыҡ.Ҡыҙҙар өйҙөң һәм усаҡлыҡтың иҙәндәрен йыуып бирҙе, башҡалар баҡсалағы ҡыйҙы утанылар,картуф сәселгән ерҙе тәпкеләр менән йомшарттылар, гөл-сәскәне йомшаҡ ергә күсерҙеләр.

   28 июнь  Вәзәм ауылына Рамаҙан олатай менән бергә уның исемендәге ҡоҙоҡто күрә барҙыҡ. Вәзәм ауылының оҫта балаҫ,шәл һуғыусылары менән осрашыҡ. Ғаилә йылына арналған саралар күп булды, татыу ғаиләләр менән осраштыҡ. Лилиә инәй Әбделмәнова 24 йыл килене Алсыу менән татыу йәшәй, үҙе лә 24 йыл бейеме менән бергә татыу йәшәгән. Йосопов Айҙар менән Миңһылыу апайҙарҙың татыу йәшәүҙәренә 40 йыл тулған. Фәриғә инәй мондолинала уйнарға өйрәтте... Бик күп саралар үтте, ҡайһы берәүҙәре телгә алынманы.

Просмотров: 395 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: