Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2022 » Май » 18 » "Билингваль һәм полилингваль белем биреү" темаһына республика семинары.
09:57
"Билингваль һәм полилингваль белем биреү" темаһына республика семинары.


13 майҙа 2-се һанлы күп функциялы полилингваль "Смарт" республика гимназияһында "Билингваль һәм полилингваль белем биреү" темаһы буйынса билингваль белем биреүҙә донъя тәжрибәһен уртаҡлашып, перспективалы ысулдарҙы эҙләү маҡсатын һәм уны Башҡортостан Республикаһында бойомға ашырыу мәсьәләләрен ҡарауға арналған семинар булып үтте. 
Семинарҙа педагогия фәндәре докторы, профессор, Мәскәү педагогия дәүләт университетының лингводидактика кафедраһы мөдире, билингваль һәм полилингваль белем биреү буйынса бик күп дәреслектәр теҙмәһе авторы –        Е.А.Хамраева сығыш яһаны. Ул Рәсәй Федерацияһында һәм сит илдә билингваль уҡытыуҙы ойоштороу тураһында һөйләне, полилингваль белем биреү ойошмаларында уҡыу әсбаптары төҙөү тәжрибәһе менән уртаҡлашты, семинарҙа ҡатнашыусыларҙың күп һанлы һорауҙарына яуап бирҙе.
Сарала шулай уҡ БР Мәғарифты үҫтереү институтының белгестәре, полилингваль гимназияларҙың уҡытыусылары эш тәжрибәләре презентациялары менән сығыш яһаны.
   БР мәғариф һәм фән министрлығының инициативаһы буйынса үткәрелгән ижади осрашыуҙа Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы 3-сө һанлы «Шатлыҡ» балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогтары–Ә.Ф. Баймырҙина һәм З.Х.Ишкилдина ҡатнашты.

Просмотров: 230 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: