Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2017 » Август » 28 » Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмә ултырышы.
13:48
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмә ултырышы.

   Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары - милләтебеҙ һағында тороусылар, телебеҙҙе яҡлаусылар һәм һаҡлаусылар. Балаларыбыҙ күңелендә мәктәп эскәмйәһенән үк милли рух, теленә, халҡына һѳйѳү уятыу – беҙҙең  бурысыбыҙ булып тора.

  2-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең  базаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте  уҡытыусыларының   методик берекмәһе  ултырышы булды. Ул “Башҡортостан Республикаһында тәрбиә системаһын камиллаштырыу” темаһы аҫтында үтте. Ултырышты район берекмәһе етәксеһе Р.И.Түлибаева  көн тәртибе менән таныштырып, 2016-2017 уҡыу йылының эш һөҙөмтәләренә  йомғаҡ яһап, башлап ебәрҙе.

    Сиҙәм урта мәктәбенән Иштәкбаева Ф.Ә. «Заман шарттарында ата-әсәләр йәмәғәтселеге һәм белем биреү ойошмаһының хеҙмәттәшлеген» яҡтыртҡан   эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Бай йөкмәткеле сығышында хәҙерге заман талаптарынан ярашлы үҙ фекерен, тәҡтимдәрен  еткерҙе. 

   Шулай уҡ, Бүребай мәктәбе уҡытыусыһы Языкбаева Л.М «Башҡортостан Республикаһында балаларҙы тәрбиәләү һәм өҫтәлмә белем биреү системаһын камиллаштырыу» темаһына сығыш яһап, муниципаль профиль “Йәйләү” лагеры буйынса йомғаҡ яһап китте. 
   Һамар мәктәбе уҡытыусыһы Кәримова Г.З. үҙ сығышында 10 класта башҡорт теленән республика тикшереү эшенә нисек әҙерләнергә, нимәгә иғтибар итергә һәм  нисек итеп яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙәре  тураһында һөйләп китте.

     Ултырышта ҡатнашыусылар   башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, туған тел дәрестәрен уҡытыуҙың сифатын күтәреү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.

  Методист Ғәни Ғәли улы Бикбаев БР мәғариф министры Г.Р Шафиҡованың селектр кәңәшмәһендәге сығышы менән таныштырып китте. Ул  «Башҡортостан Республикаһы белем биреү ойошмаларында федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәнеү, туған телдәрҙе уҡытыуҙы ойоштороу» темаһына ҡағылғайны .Шулай уҡ уҡытыусыларға үҙенең төплө фекерен, урынлы кәңәштәрен еткерҙе, алда торған эштәр, бурыстар менән таныштырҙы.

   Район мәғариф инспекторы Ф.Д.Аҡҡусҡарова  Базис региональ уҡыу планы менән таныштырҙы. Уҡытыусыларҙы борсоған башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһе нисек хәл ителә, башҡорт теле уҡытыусыларын яңы уҡыу йылында нимә көтә, кеүек  һорауҙарына тулы, аныҡ яуап бирҙе.

    Яңы уҡыу йылына  Башҡортостан Республикаһында башҡорт теле уҡытыуҙы һаҡлау, үҫтереү һәм өйрәнеүгә бағышланған маҡсатлы республика программаһына ярашлы,  2017/2018 уҡыу йылына эш  планы ҡабул ителде.

  Ултырыш аҙағында  юбилярҙарҙы, юғары һөҙөмтәләр күрһәткән уҡытыусыларҙы тәбрикләнеләр.

          Ғөмүмән, сара бик уңышлы үтте. Ултырышта ҡатнашыусылар юғары кәйеф, киләсәктә педагогик эшмәкәрлеккә өмөтлө пландар ҡороп таралышты.

Просмотров: 912 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: