Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2014 » Апрель » 3 » «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2014» төбәк-ара бәйгеһе
14:27
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2014» төбәк-ара бәйгеһе

 Салауат ҡалаһында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2014» төбәк-ара бәйгеһенең 3-сө  этабы тамамланды. Быйыл бөтәһе 56 уҡытыусы көс һынашты. Бәйге 3 этаптан торҙо. Тәүге этапта уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһен, күрһәткестәрен сағылдырған шәхси папкалары ҡаралды, таныш булмаған класта асыҡ дәрес үткәрелде. Икенсе этапта инновацион тәжрибә менән уртаҡлашыу кеүек эш төрҙәрендә һынау тоттолар. “Оҫталыҡ дәресе”, асыҡ лекция конкурстары көсөргәнешле үтте.
Беҙҙең райондан Өфө ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Вәлитова Дания Зыя ҡыҙы ҡатнашты. Бәйге талаптары буйынса ғинуар айында Мәғарифты үҫтереү институтында әҙерлек семинарында ҡатнашып документтар тапшырып ҡайтты. Ә 21 февралдә Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында 7 класта “Рәүеш төркөмсәләре” тигән темаға дәрес күрһәтте. 2 этапта “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереүҙә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу” тигән темаға инновацион эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Мәғариф министрлығы дипломы, “Киске Өфө” гәзитенең «Балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙәге, милли рух тәрбиәләүҙәге фиҙәкәрлеге өсөн» номинацияһында маҡтау ҡағыҙы һәм призына лайыҡ булды.
Дания Зыя ҡыҙын өлгәшкән уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм яуланған үрҙәрҙә туҡтап ҡалмауын, киләсәктә лә яңынын яңы уңыштарға ирешеүен теләйбеҙ!

 
Просмотров: 798 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: