Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2022 » Апрель » 29 » Башҡорт теле һәм әҙәбиәе уҡытыусыларының РМБ ултырышы
15:36
Башҡорт теле һәм әҙәбиәе уҡытыусыларының РМБ ултырышы

       29.04.2022 йыл Оло-Әбеш урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте  уҡытыусыларының   методик берекмәһе  ултырышы уҙҙы. Ул “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һәм кластан тыш сараларҙа системалы эшмәкәрлек алымын тормошҡа ашырыу - белем сифатын күтәреүҙең бер шарты” темаһы аҫтында үтте. Ултырыш мәктәп уҡыусыларының  ижади эштәре менән таныштырыуҙан башланып китте.  Артабан Оло-Әбеш урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ( Юнысова Ә.С., Хунафина Г.Ғ.) асыҡ дәрестәрен  каранылар. Уҡытыусылар дәрестәр күрһәтеп ҡалыу менән генә сикләнмәнеләр, бай йөкмәткеле «Беҙ тыныслыҡ яҡлы”  исемле кластан тыш сара әҙерләгәндәр ине. Кластан тыш сара актуаллеге, ҡуйылышы, уҡыусыларҙың үҙ ролдәрен оҫта башҡарыуы менән күңелдәрҙе ҡанат­ландырҙы, йөрәктәргә дәрт ҡабындырҙы.Тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Аҡъюлова А.Т. “Мәктәп театры” проекты сиктәрендә уҡыусылар менән  әҙерләгән “Мыраубай менән хужа” әкиәтен сәхнәләштерҙеләр.

            Иҫәнгилде мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәхмүтова Я.Ә. уҙ сығышында “Урал батыр мәктәбе” проекты менән таныштырҙы. Яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына күсеү шарттарында туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен уҡытыуҙы ойоштороу темаһына Һамар урта мәктәбе уҡытыусыһы Бәҙретдинова Р.Ш. сығыш яһаны.

           Ғөмүмән, сара бик уңышлы үтте. Ултырышта ҡатнашыусылар юғары кәйеф, киләсәктә педагогик эшмәкәрлеккә өмөтлө пландар ҡороп таралышты.

Просмотров: 217 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: