Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2020 » Сентябрь » 24 » «Хәйбулла» өлгөлө балалар бейеү ансамбленең сираттағы еңеүе!
14:15
«Хәйбулла» өлгөлө балалар бейеү ансамбленең сираттағы еңеүе!

     Белеүебеҙсә,  башҡорт халҡының мәҙәни һәм рухи мираҫын һаҡлау, үҙешмәкәр халыҡ ижадын популярлаштырыу, ижади йәштәрҙең халыҡ хореографияһына ҡыҙыҡһыныуын көсәйтеү маҡсаттарында ойошторолған  "Байыҡ" башҡорт бейеүе Республика балалар конкурсы,  Башҡортостанда йыл һайын 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге башҡарыусылар араһында бейеү бәйгеһе үткәрә. Быйыл иһә, был телевизион конкурс онлайн форматта утте...

           Башҡортостан юлдаш телеканалында иң популяр проектҡа әүерелгән бәйгенең һөҙөмтәләре буйынса “Хәйбулла” өлгөлө балалар бейеү ансамбле хаҡлы рәүештә Лауреат исеменә лайыҡ булды.

        Ошо көндәрҙә, ансамблдә шөғөлләнгән уҡыусылар, бәйгене ойоштороусыларҙан махсус бүләктәр алып ҡыуанды! Шулай уҡ, иң шәп башҡарыусылар рәтендә, беҙҙең ансамбль, декабрь айында уҙасаҡ “Байыҡ-2020”  Гала- концертына саҡырыу алды!

Просмотров: 222 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: