Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2018 » Сентябрь » 28 » Балалар баҡсаһының мәктәп менән күсәгилешлеге хаҡында вебинар
15:32
Балалар баҡсаһының мәктәп менән күсәгилешлеге хаҡында вебинар

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты тыуған телдә белем  һәм тәрбиә биреү буйынса вебинар үткәрҙе. Унда райондың  мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары тәрбиәселәре, етәкселәре ҡатнашты.

З.Ғ.Нафиҡова, институттың мәктәпкәсә белем биреү һәм мәктәп алды кафедраһы доценты балалар баҡсаһында уҡ тирә-яҡ донъяны күреп мәҙәни мөнәсәбәт ҡорорға, ололар һәм тиҫтерҙәре менән дөрөҫ аралашырға, төрлө ситуацияларҙан  сығырға, һығымта яһай белергә өйрәтеүҙең мөһимлеген билдәләп үтте.   

Ф.Ш.Сынбулатова, институттың башланғыс белем биреү методикаһы һәм теорияһы кафедраһы доценты  Федераль Дәүләт стандарттарына ярашлы балалар баҡсаһының мәктәп менән күсәгилешлеге, дәрестәрҙә һәм кластан тыш сараларҙа баланың шәхесен үҫтереү хаҡында һөйләне.

Өфө ҡалаһының 20-се мәктәбе уҡытыусыһы А.А.Хабилова электрон дәреслектәр һәм ИКТ ҡулланылған яңы эш алымдары менән уртаҡлашты.

 

Просмотров: 497 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: