Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2018 » Ноябрь » 13 » Әбүбәкерҙәр йәнә беренсе
14:44
Әбүбәкерҙәр йәнә беренсе

Туған республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы йәмәғәт тормошобоҙҙоң төрлө өлкәләрендә бай йөкмәткеле саралар үтеп тора. Шундай мәртәбәле бәйгеләрҙең береһе – инде традицияға әйләнгән, Башҡортостан Республикаһы көнөнә һәм уның йөҙ йыллыҡ юбилейына арналған “Республикама дан йырлайым!” иншалар конкурсы. Положениела ҡаралған 8 тема араһында Башҡортостан Республикаһының бөйөк шәхестәре – М. Кәрим, З.Биишеваның юбилей даталарына һәм рус классигы Л.Толстойға арналғандары урын алған.

Бәйгенең муниципаль этабында башҡорт һәм рус телендә башҡарылған 65-әр ижади эш баһалау комиссияһы хөкөмөнә тапшырылды. Муниципаль кимәлдә еңеүсе тип танылған 4 башҡорт телендәге һәм 4 рус телендәге эш республика этабына үтеп, 7 телдә ижад ителгән 960 ижад эше араһында һынау тотто.

Бәйгенең йомғаҡлау этабында Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының 1309 – сы һанлы бойороғона ярашлы Әбүбәкер урта мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы еңеүгә лайыҡ булды. Бәйге алдынғыһы һәм уның уҡытыусыһына артабанғы ижади үрҙәр теләйбеҙ! Афарин!

Просмотров: 253 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: