Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2014 » Март » 28 » “Аждаһаны еңер мөхәббәт”
13:43
“Аждаһаны еңер мөхәббәт”

 24 мартта Аҡъяр ауылы мәҙәниәт йорто  райондың 20  мәктәбенән уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы йыйҙы. Улар “Сулпан” балалар театры артистары башҡарыуында Әлфис Ғаязовтың “Аждаһаны еңер мөхәббәт” исемле пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән спектакль ҡаранылар. Спектаклде тамашасылар араһында киң танылыу алған талантлы сәхнә оҫталары – БР-ҙың халыҡ артисы Вәкил Йосопов менән БР-ҙың атҡаҙанған артисы һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сәлихйән Әфләтунов сәхнәгә ҡуйҙы.
Изгелек һәм яуызлыҡ… Мөхәббәт һәм нәфрәт… Бик тәрән һәм киң  мәғәнәле был һүҙҙәр. Ҡағиҙә булараҡ, изгелек яуызлыҡты һәр ваҡытта ла еңә, ә мөхәббәт бар нәмәнән дә  юғары !
Әкиәт-пьеса  ике йәш кеше араһындағы мөхәббәт тураһында ғына түгел , ә Тыуған илгә, тыуған ергә, ата – әсәгә булған  һөйөүҙе лә һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Спектаклдә бар кешеләрҙең дә ошо юғары төшөнсәләргә тоғролоғо һүрәтләнә, һәр кем үҙенсә уларға яҡыныраҡ булырға тырыша.
Әкиәттә бөтә нәмә матур тамамлана. Изгелек яуызлыҡты, батырлыҡ ҡурҡаҡлыҡты еңә.
Изгелекте Аҡһаҡал һәм батыр егеттең әсәһе йөҙөндә күрһәк, яуызлыҡ ҡылыусылар – Аждаһа һәм уның ҡуштандары. Ваҡиға етемлектә буй еткергән Зөһрә ҡыҙ тураһында бара. Ул – Аждаһаға ҡорбан ителәсәк ҡыҙ! Батыр егет Ғәле - ҡыҙҙы яуыздан ҡотҡарыусы, яуызлыҡты еңеүсе көс.
Авторҙың  халыҡ ижадына, теленә, иленә һөйөүҙе спектаклдәге хәл-ваҡиғаларҙың үҫешендә, уның кульминацион мәлдәрендә сәсән һүҙҙәре, йырауҙар һәм сеңләүҙәр, Әсәнең халыҡҡа мөрәжәғәте аша тамашасыларға күрһәтергә теләгәне ошо ине.
Спектакль уҡыусылар өсөн тәрбиәүи яҡтан бик фәһемле булды. 200 –ҙән ашыу уҡыусы , уҡытыусы һәм башҡа тамашасылар спектаклдән илһам алып, күтәренке кәйеф менән таралышты.
Әлфис Ғаязовтың бай йөкмәткеле, ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә пьесаһын оҫта башҡарыусы артистарға район мәғариф бүлеге исеменән Р. Н. Дәүләтбирҙин, уҡыусылар, уҡытыусылар исеменән туған телдәр буйынса методист З. Ә. Байсурина ҙур рәхмәт белдерҙе һәм гөлләмәләр бүләк итте.

Просмотров: 532 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: