9 ғинуарҙан алып 11-енә тиклем баш ҡалабыҙҙың Р. Ғарипов исемендәге 1-се һанлы республика интернат-гимназияһында туған башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт дәүләт теле буйынса төбәк-ара олимпиадаһының юғары туры уҙҙы. Өс көн буйына барған бәйгелә республика мәктәптәренән һәм Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән ижади фекерләгән, йөрәгендә башҡорт теленә ҡарата тәрән ихтирам һәм һөйөү йөрөткән рухлы балалар йыйылды. Быйы ҡатнашыусылар исемлеге Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы эргәһендәге ойоштороу комитеты тарафынан төҙөлдө. 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы араһында башҡа милләт балаларының булыуы уларҙың башҡорт телен яратыуын, хатта ярыштарҙа ихлас көс һынашырға теләүен дәлилләй. Был мәртәбәле бәйгелә беҙҙең район намыҫын Әбүбәкер, Йәнтеш, Сиҙәм, Татыр-Үҙәк, 2-се Аҡъяр, Яңы Ергән һәм Степной мәктәптәренән 10 уҡыусы яҡланы. Уларҙың именлеге өсөн яуаплылыҡ райондың
...
Читать дальше »